+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
20 Ноябрь 2021, 13:15

Үҙебеҙҙә автоҡаласыҡ бар

Республикабыҙҙың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт автоинспекцияһы йыш ҡына «Иғтибар – балалар!» акцияһын ойоштора. Яңыраҡ уҙғанына беҙҙең белем усағыбыҙ ҙа әүҙем ҡушылды.

Үҙебеҙҙә автоҡаласыҡ бар
Үҙебеҙҙә автоҡаласыҡ бар

Балалар өсөн төҙөлгән автоҡаласыҡта II, III синыф уҡыусылары менән иҫкәртеү сараһы үткәрелде. Кескәйҙәр практик рәүештә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үҙләштерҙе. Унда ҡатнашҡан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Рәил Ҡәйепов малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы юл аша велосипедта, роликта, самокатта, скейтбордта нисек дөрөҫ сығырға өйрәтте.
Әйткәндәй, бындай автоҡаласыҡ Хәйбулла районында берәү генә һәм беҙ был мөмкинлеккә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Унда үткән барлыҡ сараларыбыҙ балалар өсөн файҙалы булыр, уҡыу­сыларыбыҙ юл бәлә-ҡаҙаларына юлыҡмаҫтар, тип ышанабыҙ.

Альбина ҒӘБИТОВА, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Хәйбулла районы, Өфө мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: