+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
20 Декабрь 2021, 11:57

«Иғтибар, балалар!» акцияһы башланды

20 декабрҙән «Иғтибар, балалар!» тигән иҫкәртеү акцияһы старт алды. Был сарала белем биреү учреждениеларында уҡыусылар, педагогтар, дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.

«Иғтибар, балалар!» акцияһы башланды
«Иғтибар, балалар!» акцияһы башланды

Акция барышында ошо темаға арналған синыфтан тыш дәрестәр үткәреләсәк, йәш юл хәрәкәте инспекторҙары белем усаҡтарына яҡын иҫкәртеү рейдтарында ҡатнашасаҡ. Берҙәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре көнөндә – 22 декабрҙә  мәктәп педагогтары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре балалар өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм белгәнде нығытыу өсөн интерактив уйындар, бейеү батлдары, хәүефһеҙлек марафоны, квестар ойошторасаҡ. Ә  алдағы йылдың 11 ғинуарына тиклем барлыҡ теләүселәр ҙә «Дөрөҫ шыршы» конкурсында  көсөн һынай ала. Бының өсөн ҡупшыҡайҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре стилендә биҙәргә кәрәк.

Ҡышҡы каникул осоронда балалар атай-әсәйҙәре менән бергәләп «Семья под защитой ПДД» тигән Яңы йыл ғаилә фотолары республика бәйгеһендә  (https://pddrb.ru/respublikanskbq-konkurs-novogodnih-semeynyh-fotografiy-semya-pod-zashitoy-pdd/), шулай уҡ «На страже дорог» тигән республика ижади эштәр конкурсының муниципаль этабында (https://pddrb.ru/wp-content/uploads/2021/12/polozhenie-na-strazhe-dorog-1.pdf )  ҡатнаша ала.

Әлеге акция 2022 йылдың 14 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.

 

Фото: https://vk.com/publicguo.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: