+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
24 Март 2022, 16:05

"Иғтибар: балалар!" акцияһы башланды

 Уҡыусыларҙың каникулы алдынан Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәр һәм уҡыусылар араһында иҫкәртеү сараларына айырым иғтибар бүлә. Республикала "Иғтибар: балалар!" акцияһы башланды. 

"Иғтибар: балалар!" акцияһы башланды
"Иғтибар: балалар!" акцияһы башланды

Ул 8 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Төп маҡсат: балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү. Ҡыҙанысҡа ҡаршы, 2022 йылдың тәүге ике айында ғына юл фажиғәләрендә ике бала һәләк булған, 50-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған. 

Акция барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеге тураһында әңгәмәләр ойоштора. Водителдәрҙе  бигерәк тә мәктәптәр һәм балаларҙың уйын майҙансыҡтары янында иғтибарлы, уяу булырға саҡыралар. 

Фото: infourok.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: