+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
2 Апрель 2022, 16:20

Юлда һаҡ булырға кәрәк

Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбенең I синыф уҡыусылары хәҙер юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге ҡа­ғи­ҙәләрен яҡшы белә. Сөнки уҡытыусылары Ләйсән Әмир ҡыҙы Таһирова ошо тема буйынса синыф сәғәте үткәрҙе.

Юлда һаҡ булырға кәрәк
Юлда һаҡ булырға кәрәк

Улар юл йөрөү ҡағиҙәләре менән танышты, тамғалар хаҡында мәғлүмәт алды, шиғырҙар ятланы, йомаҡтар сис­те, һүрәттәр төшөрҙө. Командаларға бүленеп, ваҡытҡа юл тамғаларынан пазл да йыйҙылар. Ә шулай ҙа уйынсыҡ машиналар менән юл ҡағиҙәләрен боҙмайынса ярышыу беренселәрҙең күңеленә айырыуса хуш килде. Араларынан Ислам Таһиров юл инспекторы булып кейенеп, тәртип һаҡланы, синыфташтарының белемдәрен тикшерҙе, яңылышыусыларға шелтә лә бир­ҙе.
Уйын формаһында үткән фәһемле синыф сәғәте кескәйҙәргә ныҡ оҡшаны. Иң мөһиме, хәҙер улар юлда тәртип боҙмаясаҡ. Сөнки бының бик хәүефле икәнен яҡшы аңлайҙар.

Юлиә КИРӘЕВА.
Миәкә районы.

Юлда һаҡ булырға кәрәк
Юлда һаҡ булырға кәрәк
Юлда һаҡ булырға кәрәк
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: