Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләргә юл бирмәгән водителдәрҙе лә, юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаған кешеләрҙе лә ҡарап ҡына торасаҡ. Штраф та һаласаҡтар.
2022 йылда ғына баш ҡалала юл фажиғәләрендә 6 үлем осрағы теркәлгән. Шуларҙың бишеһендә водитель ғәйепле. Күберәк өлкән йәштәгеләр һәләк була.
Һәр кем юл ҡағиҙәләрен ЮХХДИ махсус операция үткәргән көндәрҙә генә түгел, ә даими рәүештә теүәл үтәһә ине.
Фото: https://fsd.multiurok.ru