+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
28 Май 2022, 12:00

Беҙ каникулға сығырға әҙер, – ти өсөнсөләр

Каникулға таралышыр алдынан Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең III синыф уҡыусыларының бик файҙалы дәресе үтте.

Улар синыф етәкселәре  Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы Азаматова менән юл ҡағиҙәләрен  иҫтәренә төшөрөп, тағы ла ҡабатлап алды. Хатта мәктәп алдына сығып, үҙҙәре ултырып йөрөгән автобус йөрөтөүсе ағайҙарына белгән ҡағиҙәләрен һөйләп ишеттерҙеләр.

Ҡалай маладистар! Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәп йөрөргә онотмағыҙ, йәме. Йәйге  ялығыҙ матур үтһен, балалар!

 


Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: