+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
16 Август 2022, 14:02

Һигеҙ бала һәләк булған...

Йәйге каникул яңы ғына башланған кеүек ине, үтеп тә бара. Тиҙҙән – мәктәпкә.  Ошо айҡанлы  Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы 15 августан «Иғтибар: балалар!» тигән киң масштаблы акция үткәрә.

Һигеҙ бала һәләк булған...
Һигеҙ бала һәләк булған...

Беҙҙең бурыс – каникул мәлендә онотолоп киткән юл ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү күпме хәүефтән аралай. 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа көн һайын, тиерлек, кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Ошо йылдың тәүге 7 айында ғына республикала балалар ҡатнашлығында 235 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 8 бала һәләк булған, 258-е  төрлө тән йәрәхәттәре алған. Бәлиғ булмағандар пассажир, йәйәүле йәки мототранспорт йөрөтөүсе булараҡ зыян күрә. 

9 сентябргә тиклем барасаҡ профилактик акция барышында автоинспекторҙар белем усаҡтарына яҡын урындарҙа дежур итәсәк. Уҡыусылар менән осрашып, әңгәмәләр, конкурстар, викториналар үткәрәсәктәр.

Фото: https://static.mvd.ru. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: