+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
18 Октябрь 2022, 14:50

Беҙҙә лә бар йәш инспекторҙар

Был көндө I синыф уҡыусылары көтөп алды. Уға алдан әҙерләнделәр. Йәш инспектор буласаҡтар бит. Шуға юл йөрөү ҡағиҙәләрен, тамғаларҙы ныҡлап өйрәнделәр.

Кескәйҙәрҙе йәш юл хәрәкәте инспекторҙары сафына ҡабул итеү тантанаһын VII синыф уҡыусылары ярҙамында үткәр­ҙек. Алып барыусылар Светлана Сәфәрова һәм Артём Шевчук беренселәрҙең юл йөрөү ҡағиҙәләре тураһында белемен тикшерһә, Светофор ролен башҡарыусы Радмир Вәхитов иғтибарлылыҡҡа уйын ойошторҙо, йомаҡтар ҡойҙо. Мәскәй әбей булып кейенгән Лиана Ғәйнуллина балалар менән бергә үҙе лә юл йөрөү ҡағиҙәләрен өйрәнде.
Байрамға юл-патруль хеҙмәтенән полиция лейтенанты Игорь Ивановты ла саҡырғайныҡ. Уның да кескәйҙәргә, ата-әсәләргә әйтер һүҙҙәре, файҙалы кәңәштәре күп ине. Балаларҙы ҡотлап, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмай, тәртипле, иғтибарлы булырға ла өндәне.
Беренселәр сара аҙағында «Юл йөрөүселәр анты»н яттан һөйләне. Гимназия директоры Светлана Юлмөхәмәтова һәр уҡыусыға таныҡлыҡ тапшырҙы. Һәр береһенә ҡараңғыла яҡтыртҡыс наклейкалар ҙа таратылды.
Сара бик файҙалы үтте. Уҡыусылар юлда ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫ, тип ышанғы килә.

Розалиә ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: