+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
20 Октябрь 2022, 15:20

Кескәйҙәргә танытма тапшырылды

Ҡалабыҙҙа 49-сы балалар баҡсаһының 8-се төркөмө тәрбиәләнеүселәрен йәш юл хәрәкәте инспекторҙары рәтенә алыу тантанаһы уҙҙы. Кескәйҙәр йәйәүлеләр, пассажирҙар һәм водителдәргә ҡағылған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрҙө. Был көндө балаларға юлды нисек дөрөҫ һәм хәүеф­һеҙ сығырға кәрәклеген дә аңлаттыҡ.

Уйын барышында кескәйҙәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. Шулай уҡ юлдан нисек дөрөҫ сығырға кәрәклеген атай-әсәйҙәренә, апай-ағайҙарына, һеңле-ҡустыларына өйрәтергә вәғәҙә бирҙеләр.
Бына тулҡынландырғыс мәл етте. Кескәйҙәр йәш юл хәрәкәте инспекторҙары отрядына алынды. Уларҙың һәр береһенә танытма һәм «Йәш юл хәрәкәте инспекторы» тигән билдә тапшырылды.

Гөлнара ТИМЕРОВА, музыка етәксеһе.
Салауат ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: