+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
27 Октябрь 2022, 14:55

Башҡортостанда – “Иғтибар: балалар!” акцияһы

Башҡортостанда “Иғтибар: балалар!” акцияһы башланды. Уны Дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы үткәрә. Акция 11 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, балалар КВН уйындарында, юл ҡағиҙәләре хаҡында театрлаштырылған тамашалар конкурсында, онлайн-олимпиадала һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнаша ала.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәүефһеҙлегенә, балаларҙың кейемдәрендә яҡтыртҡысты ҡайтарыусы элементтарҙың булыу-булмауына, хәүефһеҙлек ҡайышы менән ҡулланыуға айырым иғтибар йүнәлтә.

Баймаҡ ҡалаһының “Йондоҙло” балалар баҡсаһы акцияға ҡушылып, тәрбиәләнеүселәре өсөн экскурсия ойошторҙо. Баҡсаның мәктәпкәсә төркөмөнә йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙар тәрбиәселәре менән Салауат Юлаев проспектындағы юл киҫелешен үтеп ҡараны, автоинспекция хеҙмәткәре менән осрашты. Ул юлды нисек дөрөҫ үтергә кәрәклеге тураһында һөйләне.

Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru

Башҡортостанда – “Иғтибар, балалар!” акцияһы
Башҡортостанда – “Иғтибар, балалар!” акцияһы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: