-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
10 Ноябрь 2022, 12:00

“Иғтибар: балалар!” акцияһы дауам итә

Башҡортостанда “Иғтибар: балалар!” акцияһын дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы үткәрә. Акция 11 ноябргә тиклем дауам итә.

”Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, әле балаларҙың отҡорҙар һәм шаяндар уйындары, юл ҡағиҙәләре хаҡында театрлаштырылған тамашалар конкурсы, онлайн-олимпиадалар һәм башҡа бәйгеләр үткәрелә.

Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт уҡыусылары ла акцияға ҡушылған. Улар уйын формаһында юл хәүефһеҙлеге темаһына арналған төрлө сара һәм синыф сәғәттәре ойошторған. Уҡыусылар үҙҙәре өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт туплаған. Сөнки тормошта барыһын да белеү кәрәк шул.

 

Фото:   vk.com

“Иғтибар: балалар!” акцияһы дауам итә
“Иғтибар: балалар!” акцияһы дауам итә
“Иғтибар: балалар!” акцияһы дауам итә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: