Юл йөрөү ҡағиҙәләрен “Иң яҡшы белеүсе” исемен яулау өсөн республиканың төрлө район-ҡалаларынан 12 команда көс һынашты. Баймаҡ районының данын Баймаҡ лицей-интернатының “Йылмайлик” командаһы яҡланы. Улар лайыҡлы сығыш яһап, команда беренсе биш иң яҡшылар составына инеп, “Иң үткер шаяртыу” номинацияһына лайыҡ булды.
– Беҙҙең команданың капитаны Амур Әхмәтов был конкурстың иң юғары баһаһы – “Иң яҡшы капитан” номинацияһы еңеүсеһе булды.
Уйын бик күңелле үтте. Беҙҙең сығыштарыбыҙҙан тамашасыларға музыкаль өй эше айырыуса оҡшаны. Ә программала иң тулҡынландырғыс һәм иҫтә ҡалған өлөшө капитандар ярышында рэп башҡарыу булғандыр, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша еңеп ҡайтҡан команданың ағзалары.
Республикабыҙҙың төрлө яҡтарынан килгән ҡатнашыусылар барыһы ла етди әҙерлекле ине. Шул уҡ ваҡытта көслө командалар менән ярышыуы ла ҡыҙыҡлы ине. Барыһына ла сығышыбыҙ оҡшаны, зал гөрләп торҙо. Беҙҙе ошондай ҙур күләмле сараға әҙерләгән Баймаҡ интернат-лицейҙың тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәсимә Килдейәр ҡыҙына, тәрбиәсебеҙ, вожатыйыбыҙ Гөлфинә Ғәфүр ҡыҙына, Илшат Рауил улына, беҙгә ышанған һәм ярышҡа оҙатҡан директорыбыҙ Иҙел Данил улына һәм Баймаҡ районының мәғариф бүлегенә иң ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ!
КВН уйынсылары Өфө ҡалаһының аквапаркына 4 сәғәтлек билет, портатив колонка, тәмле приз, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы һәм мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Афариндар! Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ. Тағы ла еңеүҙәр теләйбеҙ!
Сығанаҡ һәм фото: vk.com