+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
15 Ғинуар 2023, 11:20

Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ!

Ҡалаламы, ауылдамы – ҡайҙа йәшәһәң дә, юл ҡағиҙәләрен белергә һәм теүәл үтәргә кәрәк. Машиналар күп йөрөгән урында уйнарға, тауҙан шыуырға ярамай.

Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ!
Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ!

Яңыраҡ мәктәбебеҙҙә юл ҡағиҙәләренә арналған күңелле кисә үткәрелде. Кескәйҙәр «Әлифба» исемле ҡалаға сәйәхәткә юлланды. Унда тәртипле генә йөрөргә кәрәк. Амелия Күсәрбаева, Нургиз Шәһимәрҙәнов һәм мәктәбебеҙҙең йәш инспекторҙары II «А» синыфы уҡыусыларына, Шарик менән Мыраубикәгә «Хәүефһеҙлек әлифбаһы» буйынса дәрес тә үткәрҙе.
Кескәйҙәр күмәкләп төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Уларға айырыуса «Юл билдәләрен танып бел» викторинаһы ныҡ оҡшаны.

Рита ХӘСӘНОВА.
Әбйәлил районы, Дәүләт мәктәбе.

Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ!
Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ!
Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ!
Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ!
Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ!
Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: