2023 йылдың тәүге ике айында ғына 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар менән 43 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бер бала һәләк булған, 47-һе йәрәхәт алған.
Бөгөн, яҙғы каникул алдынан, республикала сираттағы "Иғтибар: балалар!" тигән иҫкәртеү акцияһы башланды. Ул балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Тематик акциялар, осрашыуҙар үткәреләсәк. Балаларҙы автомобилдә йөрөтөүгә айырым иғтибар бүленәсәк. Акция 7 апрелгә тиклем дауам итә.
Фото: yandex.