-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
21 Апрель 2023, 10:30

Бәләкәйҙән өйрәнеп үҫһендәр

Хәҙер ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла машиналар күбәйҙе. Шуға ла һаҡ булырға кәрәк. Иң мөһиме – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белергә һәм үтәргә тейешбеҙ. Быны кескәйҙәргә өйрәтергә лә бурыслыбыҙ. Бәләкәйҙән белеп үҫһендәр.

Бәләкәйҙән өйрәнеп үҫһендәр
Бәләкәйҙән өйрәнеп үҫһендәр

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр өсөн генә түгел, йәйәүлеләр ҙә теүәл үтәһен ине. Күп балалар юл буйында уйнай, шул арҡала фажиғәләргә тарый.
Беҙ мәктәбебеҙҙә аңлатыу эшен даими алып барабыҙ. Бына әле «Иғтибар: балалар!» акцияһына ла ихлас ҡушылдыҡ. Ә бер көндө II синыф уҡыусылары «Миләшкәй» балалар баҡсаһында булып ҡайтты. Кескәйҙәр өсөн «Светофор батшаһында ҡунаҡта» әкиәтен күрһәттеләр. Вовканың ҡыҙыл ут янғанда урам аша йүгереп сығып, ауыр хәлгә ҡала яҙыуы тураһында ул. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен өйрәнмәгән икән. Светофор батшаһы үҙенең ярҙамсылары менән юл билдәләре, светофор тураһында һөйләне.
Икенселәр осрашыу аҙа­ғында кескәй дуҫтарына ҡараңғыла яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы наклейкалар, «Светофор кәңәштәре» исемле китапсыҡтар таратты.


Рәфиә КИЛДЕБАЕВА-БИЛАЛОВА.
Хәйбулла районы, Маҡан мәктәбе.

Бәләкәйҙән өйрәнеп үҫһендәр
Бәләкәйҙән өйрәнеп үҫһендәр
Бәләкәйҙән өйрәнеп үҫһендәр
Бәләкәйҙән өйрәнеп үҫһендәр
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: