+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
22 Май 2023, 16:50

"Иғтибар — балалар!"

Республикала бөгөндән "Иғтибар — балалар!" иҫкәртеү акцияһы старт ала.

"Иғтибар —  балалар!"
"Иғтибар — балалар!"

Юл йөрөү ҡағиҙәләре буйынса ойоштороласаҡ саралар мәктәп алды майҙансыҡтарында, ҡала эргәһендәге ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында үтәсәк. Педагогтар һәм дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларға юл хәүефһеҙлеге хаҡында һөйләйәсәк, айырыуса велосипед, самокат менән дөрөҫ хәрәкәт итеү ҡағиҙәләрен, яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар тағыу кәрәклеген аңлатасаҡ. 

Бынан тыш, юл патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре машиналарҙы туҡтатып, кескәй пассажирҙарҙы дөрөҫ йөрөтөү-йөрөтмәүҙе лә тикшерәсәк.

Фото: yandexcloud.net

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: