-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
19 Июль 2023, 11:03

Электр самокаты ғына, тимәгеҙ

Башҡортостанда 17 - 21 июлдә электр самокаттарында йөрөүселәр араһында аварияларҙы булдырмау өсөн иҫкәртеү саралары уҙа.

Электр самокаты ғына, тимәгеҙ
Электр самокаты ғына, тимәгеҙ

Был шәхси мобиллек транспортын ҡулланыусылар йылдан-йыл күбәйә. Юл-транспорт ваҡиғалары ла булып тора. 2023 йыл башынан ғына 22 осраҡта 22 кеше йәрәхәтләнгән. 

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының өлкән инспекторы Линар Зиннуров белдереүенсә, электр самокаттарында йөрөүселәр һаҡланыу экипировкаһын ҡулланырға тейеш, хәүефһеҙ дистанцияны һаҡларға һәм тиҙлекте һайларға кәрәк. Телефон, ҡолаҡсындар ҡулланырға, пассажир менән йөрөргә ярамай. Ҡараңғы, тар, кешеләр күп йыйылған урындарҙа ла тыйыла. Яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар булырға тейеш. 

Һуңғы йылдарҙа был популяр транспорт төрөндә балалар һәм йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә йөрөй. 7 йәшкә тиклемге балаларға үҙ аллы йөрөү тыйыла. Ә 9 - 14 йәшлектәр тротуарҙа ғына йөрөргә тейеш, автомобиль юлдарынан ярамай. 

Электр самокатын ҡулланыусыларға үҙҙәренә ҡағылышлы юл ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн штраф һалына. Мәҫәлән, икәүләп бер транспортта йөрөгән өсөн - 800 һум, тыйылған урындан юл аша сыҡҡан өсөн - 500 һум.

Шәхси мобиллек сараларында хәрәкәт иткәндә һаҡ булығыҙ һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ, дуҫтар!

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: