Балалар урамда, өйҙә ниндәй ҡағиҙәләрҙе һаҡларға кәрәклеге тураһында белемдәрен нығытты. Улар викторина һорауҙарына бик ихлас яуап бирҙе, юл билдәләре һәм транспорт төрҙәре тураһында йомаҡ ҡойоштолар.
Шуларҙың бер нисәүһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Йә, яуабын кем тиҙерәк табыр икән?
Иртән, кисен, көндөҙөн.
Аса, йома өс күҙен,
Телһеҙ әйтер һәр һүҙен,
Бик тиҙ аңлайҙар үҙен.
(dоȸоɯǝʚɔ)
Эй, ат саба, ат саба,
Һығыла билгенәһе.
Тояҡтары резинка,
Тимерҙән дилбегәһе.
(ɐниmɐw)
Алда оҙон йыландай,
Бормаланып тик ята.
Өйҙән алып китә лә
Киренән алып ҡайта.
(voı)
Юҡ, мин поезд түгел,
Ләкин уға оҡшаған.
Сөнки йөрөйбөҙ беҙ
Тимер юлдарҙан.
(n̯ɐʚwɐdɯ)
Ике аяҡлы үгеҙ,
Маңлайында ҡуш мөгөҙ
(ɓǝuиɔоvǝʚ)
Ай-һай, уның кешнәүе...
Аяғында тимере,
Тамағында күмере,
Ерҙе ярып килеүе..
(ɓεǝоu ‘εоʚоdɐu)
Фото һәм сығанаҡ: vk.com