-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
28 Август 2023, 14:00

Юл ҡағиҙәләрен өйрәндек

Ҡалабыҙҙың Бала үҫтереү үҙәге – «Әкиәт» балалар баҡсаһында юл хәрәкәте һәм хәүеф­һеҙлеге ҡағиҙәләренә арналған аҙналыҡ үткәрелде.

Юл ҡағиҙәләрен өйрәндек
Юл ҡағиҙәләрен өйрәндек

Унда балаларҙы хәүефһеҙлек нигеҙҙәре, юл хәрәкәте билдәләре, ҡағиҙәләре менән таныштырҙыҡ. Йәнһүрәттәр ҡарау, хәрәкәтле һәм дидактик уйындар уйнау, тематик һөйләшеүҙәр юлда иғтибарлы һәм һаҡ булырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Был ҡыҙыҡлы сарала бөтәһе лә бик әүҙем ҡатнашты. Кескәй­ҙәрҙең һәр көнө бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!


Әлфиә ИЛЬЯСОВА, тәрбиәсе.
Сибай ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: