Республиканың Баш автоинспекторы Владимир Севастьянов телеграмм-каналында хәбәр итеүенсә, ул кискә табан атаһының ВАЗ-2110 автомобилендә дуҫы менән йөрөп килергә булған. Руль менән идара итә алмай, юлдан сығып ауғандар. Ҡайышын эләктермәгән үҫмер тәҙрәнән сығып осоп, ауыр йәрәхәттәр алған. Янында ултырған пассажир, синыфташы, ҡайышын эләтергән була, еңелсә яралар менән ҡотола. Уның әйтеүенсә, машинаны өлкәндәрҙән һорамайынса алып сығып киткәндәр.
Ниндәй үкенесле фажиғә... Үҫмерҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Был ваҡиға башҡалар өсөн һабаҡ булһын ине. Руль артына водителгә уҡып танытма алғас, 18 йәштән генә ултырырға ярай.
Фото: yandex.