-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
27 Сентябрь 2023, 20:00

Балалар хәүефһеҙлеге мөһим

Кескәйҙәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса тәжрибә уртаҡлаштыҡ.

Балалар хәүефһеҙлеге мөһим
Балалар хәүефһеҙлеге мөһим

Ә һеҙ светофорҙың тыуған көнөнөн беләһегеҙме? Ә беҙҙең тәрбиәләнеүселәр белә. Башҡорт төркөмөндә эшләүсе Луиза Фәрит ҡыҙы Сәйетова "Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре - беҙҙең дуҫтар" темаһы өҫтөндә күп йылдар эшләп килә. Бөгөн был тема бик актуаль. Хәүефһеҙлек айына йомғаҡ яһап, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре беҙҙең дуҫтар темаһына башҡа балалар баҡсаһынан саҡырылған тәрбиәселәргә эш тәжрибәһен күрһәтте. Заманға ярашлы балаларға эшләнгән дидактик пособиелар һәр береһенә оҡшаны, сөнки улар ике телдә һәм QR код аша инеп тәржемә ителгән һүҙҙе тыңларға була.

– Ҡалабыҙҙың төрлө балалар баҡсаһында булырға тура килде, әммә һеҙҙә генә тәүгә күп, үҙенсәлекле һәм бай йөтмәткеле уйындар күрҙем, – ти юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Илмир Аллаяров.

Балаларҙың хәүефһеҙлеге беҙҙең ҡулда , артабан да ата-әсәләр, инспекторҙар һәм коллегалар менән тығыҙ бәйләнештә эште дауам итәсәкбеҙ. Тик шул саҡта ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә була.

 

Әлфиә ВИЛДАНОВА,

"Әкиәт" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Сибай ҡалаһы.

Сығанаҡ: ataisal.com.

Балалар хәүефһеҙлеге мөһим
Балалар хәүефһеҙлеге мөһим
Балалар хәүефһеҙлеге мөһим
Балалар хәүефһеҙлеге мөһим
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: