Ул 5 марттан 1 июнгә тиклем үткәйне. Йәш инспекторҙар конкурстың биш номинацияһы буйынса эштәрен тәҡдим итте. Үҙҙәре менән таныштырҙылар, юл ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырып репортаж эшләнеләр, темаға ярашлы йыр башҡарҙылар, эссе яҙҙылар, визитка һәм репортаждарын социаль селтәрҙә тараттылар.
Өфөләге А.Г.Королёва исемендәге 38-се мәктәптән Артём Григорьев конкурстың абсолют еңеүсеһе исеменә лайыҡ булды. 20 октябрҙә ул Мәскәүгә бүләкләү тантанаһына барҙы. Артёмдың етәксеһе - педагог Петр Дещенко.
Уҡыусылар араһында төрлө конкурстар ойошторолоп тора, ҡатнаш ҡына. Тырышҡандар барыбер шәп һөҙөмтәгә өлгәшә, шулай бит!?
Фото: education.bashkortostan.