Светофорҙы ла тыңлап ҡына торорға кәрәк. Ул бит һәр саҡ төрлө төҫтәрен балҡытып, юл аша ҡасан сығырға ярағанын, ярамағанын иҫкәртә.
308-се башҡорт балалар баҡсаһында ошо темаға ҡыҙыҡлы дәрес үтте. «Светофор – беҙҙең дуҫ!» тип аталды ул. Кескәйҙәр тәүҙә пластилиндан светофорҙы әүәләне. Һуңынан юл ҡағиҙәләре тураһында һорауҙарға яуап бирҙеләр. Йомаҡтар систеләр, уйнап та алдылар. Был дәрестән һуң малайҙар һәм ҡыҙҙар юл ҡағиҙәләрен теүәл генә үтәрҙәр әле. Һаҡ булырға кәрәк, ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға ярамай.
Фото: 308-се башҡорт балалар баҡсаһы төркөмөнән.