-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
5 Апрель , 15:07

"Мопед алайыҡ әле!"

Яҙ етеү менән үҫмерҙәрҙән атай-әсәйҙәренә ошондай үтенес күбәйә. Әммә мопедта йәки скутерҙа йөрөү өсөн 16 йәш тулғас танытма алырға һәм юл ҡағиҙәләрен яҡшы белеп, тулыһынса үтәргә кәрәклеген онотоп ебәрәләр.  

"Мопед алайыҡ әле!"
"Мопед алайыҡ әле!"

Был аҙнала ғына Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы инспекторҙары бер нисә үҫмерҙе юлда туҡтатҡан. Архангел районында 15 йәшлек үҫмер ҡасырға маташҡан. Рулгә ултырырға йәше етмәгән, өҫтәүенә иҫерткес эсемлек эскән булған. Яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн уның эше балиғ булмағандар комиссияһына ебәрелгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала скутер, мопедта йөрөгән балалар ҡатнашлығында юл фажиғәләре лә булып тора, үлем осраҡтары ла теркәлә. Атай-әсәйҙәр, был турала нығыраҡ уйланһағыҙ ине. Руль артына ултырған үҫмер тулыһынса юл ҡағиҙәләрен үтәргә бурыслы. 

Фото: bashinform.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: