+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
17 Май , 09:10

Хәүефһеҙлекте оноторға ярамай

Өфө ҡалаһының «Арт-квадрат» үҙәгендә Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил ҡарамағындағы йәмәғәт советы ойошторған «Балалар күҙҙәре менән хәүефһеҙлек» конкурсы еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Хәүефһеҙлекте оноторға ярамай
Хәүефһеҙлекте оноторға ярамай

Унда Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының I синыф уҡыусылары ла саҡырылды. Улар Айгөл Һатлыҡова етәкселегендә "Видеоролик" номинацияһында II урын яуланы.

 – Тантананы балаларға һәм уларҙың етәкселәренә, атай-әсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәре менән Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина асып ебәрҙе. Был көндө ҡотлауҙар күп булды. Ә Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау бүлегенең өлкән инспекторы Линар Зиннуров уҡыусыларға диплом, бүләктәр тапшырып, матур теләктәрен еткерҙе.

Беҙҙең өсөн иҫтәлеклек көн булды. Балалар бүләк алып һөйөндө, төрлө уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Улар өсөн «Хәүефһеҙлек мәктәбе» хәрәкәте ирекмәндәре оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе.

Байрам күңелле үтте. Балаларға ныҡ оҡшаны. Ойоштороусыларға рәхмәт әйтәбеҙ, – тине башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы.

Афариндар! Ҡотлайбыҙ!

 

 

Хәүефһеҙлекте оноторға ярамай
Хәүефһеҙлекте оноторға ярамай
Хәүефһеҙлекте оноторға ярамай
Хәүефһеҙлекте оноторға ярамай
Хәүефһеҙлекте оноторға ярамай
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: