Ысынлап та, мәктәпкә барып ҡайтҡанда ла һаҡ булырға, хәүефһеҙ юлдан ғына йөрөргә кәрәк. Акция барышында бишенселәр юл билдәләрен иҫкә төшөрҙө, яңыларын өйрәнде, викторина һорауҙарына бергәләп яуап тапты. «Беҙ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәйбеҙ!» уйынында йәйәүле лә, водитель дә булып ҡаранылар. Унда һәр береһе ихлас, әүҙем ҡатнашты. Юл хәрәкәте билдәләрен белергә, ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеген сәхнәләштереп тә күрһәттеләр.
«Иғтибар, балалар!» иҫкәртеү акцияһы бишенселәр өсөн бик файҙалы булды. Күпте белеп, иҫкә төшөрөп алды улар.
Баймаҡ районы.