Әле Башҡортостанда "Йәйәүле" профилактик операцияһы башланды, ул 20 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү тураһында йәйәүлеләр, бигерәк тә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аңлатыу эштәре алып барасаҡ.
Юл ҡағиҙәләрен һәр ваҡыт үтәргә, юл аша рәхсәт ителгән урындан, машина килмәгәненә инанғас ҡына сығырға кәрәк. Шулай уҡ кейемеңдә, биштәреңдә мотлаҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элемент булырға тейеш. Был водителдәргә һине йыраҡтан уҡ күрергә һәм юл-транспорт ваҡиғаһына юл ҡуймаҫҡа ярҙам итәсәк.
Һаҡ булығыҙ, һаулығығыҙ һәм ғүмерегеҙ өсөн яуаплылыҡ тураһында онотмағыҙ!
Фото: ya.ru.