-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
15 Июль 2025, 16:15

Руль артына ултырма, малай!

Өфөлә ДАИ инспекторҙары бер кистә генә водитель танытмаһы булмаған көйө руль артына ултырған 5 үҫмерҙе тотоп, транспорттарын штраф туҡталҡаһына алып киткән, ата-әсәләренә 30-ар мең штраф һалынған.

Руль артына ултырма, малай!
Руль артына ултырма, малай!

Дәүләт автоинспекцияһы юҡҡа ғына "Руль артына ултырма, малай!" тигән акцияны ойошторманы. Сөнки йәй мәлендә мопед, автомобиль менән идара иткән малайҙар бигерәк тә күбәйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл ғына күпме үҫмер һәләк булды?! Өлкәндәр балаларына мототранспорт алып биргәндә, хәүеф тураһында уйлап та бирмәйме икән әллә? Үҫмерҙәр береһен-береһе уҙҙырырға тырышамы, ниндәй ҙур тиҙлек менән йөрөйҙәр – ҡурҡыныс бит.

 – Беҙ балаларға руль артына ултырыуҙы тыябыҙ һәм атай-әсәйҙәрҙе лә ошо ҡарашта булырға саҡырабыҙ. Йыш ҡына улар мототранспорт алып биреп, балаларын ниндәй хәүефкә дусар итеүҙәрен аңлап етмәй. "Не рули, малай!" акциянһының маҡсаты – балиғ булмағандарҙың ғүмерен, һаулығын һаҡлап алып ҡалыу, – ти республиканың Баш автоинспекторы Владимир Севастьянов.

Ғафури районында акция барышында 8 йәшлек малайҙы мототранспорт менән идара иткәнендә тотҡандар. Питбайкты махсус туҡталҡаға алып киткәндәр. Малайҙың ата-әсәһенә ҡарата административ протокол төҙөп, 30 мең һум штраф һалынған. Материалдар балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ла ебәрелгән.

Акция октябргә тиклем дауам итә. 

Фото: dzeninfra.

 

Руль артына ултырма, малай!
Руль артына ултырма, малай!
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас