Һуңғы йылдарҙа атай-әсәйҙәр балаларына мототранспорт алып бирә, питбайк, мопед малайҙар араһында модаға әйләнде. Ләкин бының үлемесле бүләк икәнен бер кем дә аңларға теләмәй. Кемдер, балам яланда ғына йөрөр, тип уйлай, балаһының шуны вәғәҙә итеүенә ышанып, питбайк алып бирә икән, ныҡ яңылыша. Бөгөнгө үҫмерҙәр бер ниҙән дә ҡурҡмай, тигән фекер тыуа. Автомобиль юлына сығып, водитель танытмаһы ла булмаған көйө, үҙҙәренең һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡа кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуялар. Хатта атаһының машинаһын һорамай алып, йөрөүселәр ҙә күбәйҙе. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфө районында 15 йәшлек үҫмер атаһының «Киа Соренто»һына ултырып сығып киткән. Автоинспекторҙар туҡтатып, ата-әсәһен саҡыртҡан. Административ эш асып, автомобилде штраф туҡталҡаһына ебәргәндәр. Бына һиңә - 30 мең түләү, полицияға иҫәпкә алыныу. Ярай әле малай бәлә-ҡазаға осрап өлгөрмәгән.
Башҡортостанда апрелдән июлгә тиклем 870 үҫмер мототехника менән идара иткәндә тотолған. "Рулгә ултырма, малай!" акцияһы октябрь аҙағына тиклем барасаҡ. Ҡалаларҙа, ауылдарҙа автоинспекторҙар тағы күпме танытмаһыҙ водителде тотор икән?
Фото: vk.com.