-4 °С
Облачно
VKOKМакс
Светофор
21 Августа 2025, 05:00

Юл ҡағиҙәләрен нығыттыҡ

 Халыҡ-ара светофор көнө айҡанлы беҙ ҙә балалар өсөн фәһемле сара ойошторҙоҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юл ҡағиҙәләрен нығыттыҡЮл ҡағиҙәләрен нығыттыҡ
Юл ҡағиҙәләрен нығыттыҡ

Ул 5 августа билдәләнә. Светофорҙың барлыҡҡа килеү тарихы, төрҙәре, шулай уҡ транспорт, йәйәүлеләр юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар булыуы тураһында һөйләштек. Светофорҙың юл аша сыҡҡанда иң ҙур ярҙамсы булыуын айырыуса иҫкә алып үттек.

Андрей Усачевтың «Юл ҡағиҙәләре» китабы буйынса велосипед һәм мопедта йөрөүселәр нимәләрҙе үтәргә тейешлеген, юл билдәләрен өйрәндек.

Балалар белгәндәрен викторина һорауҙарына яуап биреп, картиналар менән бирелгән эштәрҙе үтәп, нығытып ҡуйҙылар. Файҙаһы тейер әле. Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә ҙурыраҡ иғтибар итерҙәр.

 

Анна ЕГОШИНА.

Өфө ҡалаһы,

38-се балалар китапханаһы мөдире.

Юл ҡағиҙәләрен нығыттыҡ
Юл ҡағиҙәләрен нығыттыҡ
Юл ҡағиҙәләрен нығыттыҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас