+2 °С
Облачно
VKOKTelegram
Светофор
15 Сентября 2025, 11:07

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Бөтә Рәсәй юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығы башланды. Маҡсаты - балиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен кәметеүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Республика район һәм ҡалаларында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ошо темаға ҡағылышлы әңгәмәләр, викториналар, флешмобтар ойоштороласаҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт ваҡиғаларының һаны кәмемәй. Мототранспорт йә автомобиль менән водитель танытмаһы булмайынса идара итеүсе үҫмәрҙәр күп. Республикабыҙҙа ошо айҡанлы "Не рули, малай!" акцияһы октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.

 

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас