-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
28 Сентябрь 2025, 20:15

17 йәшлек үҫмерҙәр тотолған

Ата-әсәйеңә - штраф, үҙеңде иҫәпкә ҡуялар.

17 йәшлек үҫмерҙәр тотолған
17 йәшлек үҫмерҙәр тотолған

Республикала октябрь аҙағына тиклем барасаҡ "Руль артына ултырма, малай!" акцияһы буйынса ДАИ хеҙмәткәрҙәренә эләккән үҫмерҙәр тураһында әйтәбеҙ. Ошо ял көндәрендә лә Өфөлә водитель танытмаһы булмаған 17 йәшлек ике үҫмер - ҡыҙ һәм егет айырым-айырым инспекторҙар тарафынан туҡтатылған. Егет кеше хатта иҫерткес эсемлек эскән булған. Бындай осраҡта бер үк сценарий көтә: баланың ата-әсәһен ваҡиға булған урынға саҡыртыу, административ эш асыу, автомобилде штраф туҡталҡаһына алып китеү, штраф һәм үҫмерҙәрҙе балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға иҫәпкә ҡуйыу. 

 "Руль артына ултырма, малай!" акцияһы балалар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү маҡсатында ойошторолған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да быны аңлап етмәүселәр бар шул әле. 

Фото: bashinform.

17 йәшлек үҫмерҙәр тотолған
17 йәшлек үҫмерҙәр тотолған
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас