Светофор
23 Апреля , 07:31

Питбайк ҡына, тимәгеҙ!

Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән республика юлдарында питбайктар күпләп зырылдай ҙа башланы. 2025 йылда мототранспорт менән бәйле үлемесле юл фажиғәләренең артыуы тураһында бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Быйыл илдә питбайктарҙы ҡулланыуға ҡағылышлы күп кенә үҙгәрештәр индерелә.

Питбайк ҡына, тимәгеҙ!Питбайк ҡына, тимәгеҙ!
Питбайк ҡына, тимәгеҙ!

Мәҫәлән, мартта питбайтарға милли ГОСТ ҡабул ителгән, был иһә уларҙы ябай спорт инвентарҙаре исемлегенә индереү мөмкинлеген кәметәсәк. Мототранспортты ошо йүнәлештә спорт мәктәбен тамамлаған үҫмерҙәргә генә һатасаҡтар.

ЮХХДИ инспекторҙары питбайrтарҙы юл ҡағиҙәләрен боҙған урында уҡ штраф туҡталҡаһына оҙата ала. Парламентта хатта бөтөнләйгә тартып алыу тураһында ла уйлайҙар.

Ата-әсәләр балаларына спорт инвентаре тип һатып алған питбайктарҙа үҫмерҙәр йыш ҡына автомобиль юлдарына, дөйөм трассаларға сыға. Спорт инвентаре икән, тимәк махсус урындарҙа, юлһыҙ ерҙәрҙә генә йөрөргә мөмкин, тигән һүҙ. Ә бар тиҙлекте шәбәйтеп, ҡала, трасса буйлап сабырға түгел. Ләкин был ҡағиҙәне үҫмерҙәр һанға һуҡмай шул, үҙҙәренең, бүтәндәрҙең һаулығын, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. 

Республикала Дәүләт автоинспекцияһы юҡҡа ғына "Рулгә ултырма, малай!" тигән акция уҙғарманы. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә был мәсьәләгә етдиерәк ҡараһын ине.

Фото: img.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас