+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Светофор
1 Июня , 07:43

"Руль артына ултырма, малай!" - етди акция

Башҡортостанда тағы "Руль артына ултырма, малай!" социаль кампанияһы башланды. Быйыл ғына 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашлығында 14 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

"Руль артына ултырма, малай!" - етди акция"Руль артына ултырма, малай!" - етди акция
"Руль артына ултырма, малай!" - етди акция

Уларҙың 13-өндә малайҙар мототранспорт менән идара иткән. Береһе автомобиль руле артына ултырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, питбайкта йөрөп, юл фажиғәһендә һәләк булыусылар ҙа бар.

"Руль артына ултырма, малай!" - бик етди акция. Ҡайһы берәүҙәр, бәлки, был турала һаман ишетмәгәндер, белмәйҙер. 

Һуңғы йылдарҙа атай-әсәйҙәр балаларына мототранспорт алып бирә, питбайк, мопед малайҙар араһында модаға әйләнде. Ләкин бының үлемесле бүләк икәнен бер кем дә аңларға теләмәй. Кемдер, балам яланда ғына йөрөр, тип уйлай, балаһының шуны вәғәҙә итеүенә ышанып, питбайк алып бирә икән, ныҡ яңылыша. Бөгөнгө үҫмерҙәр бер ниҙән дә ҡурҡмай, тигән фекер тыуа. Автомобиль юлына сығып, водитель танытмаһы ла булмаған көйө, үҙҙәренең һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡа кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуялар. Хатта атаһының машинаһын һорамай алып, йөрөүселәр ҙә күбәйҙе.

ДАИ-ға эләккән осраҡта уларҙы бер үк сценарий көтә: баланың ата-әсәһен ваҡиға булған урынға саҡыртыу, административ эш асыу, автомобилде штраф туҡталҡаһына алып китеү, штраф һәм үҫмерҙәрҙе балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға иҫәпкә ҡуйыу.

Фото: com.

"Руль артына ултырма, малай!" - етди акция
"Руль артына ултырма, малай!" - етди акция
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас