

Өс осраҡта ла балиғ булмағандарҙың мототранспорт йөрөтөү буйынса тәжрибәһе, белеме етерлек булмауы асыҡланған. Атай-әсәйҙәрен саҡырып, транспорттарын штраф туҡталҡаһына оҙатҡандар, административ яуаплылыҡ йәшенә еткән үҫмерҙәргә ҡарата административ материалдар төҙөлгән. Ата-әсәләренә ҡарата материалдар балиғ булмағандар комиссияһына ебәрелә. Ғаиләне профилактик иҫәпкә ҡуйыу-ҡуймау хәл ителәсәк.
Дәүләт автоинспекцияһы өлкәндәрҙе, балаларҙың руль артына ултырыуы - һеҙҙең яуаплылыҡта, тип иҫкәртә. Бының өсөн штраф, профилактик иҫәпкә ҡуйыу ҡаралған. Ә юл-транспорт фажиғәһе булған осраҡта, енәйәт яуаплылығы - һеҙҙең өҫтә.
"Руль артына ултырма, малай!" Питбайк менән трассаға сығып, үҙеңдең һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡаларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйма!
Фото: com.