+23 °С
Ясно
VKOKМакс
Светофор
20 Июля , 10:40

Өсөһөнөң дә таныҡлығы ла, тәжрибәһе лә юҡ

Үткән ял көндәрендә Өфө дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре руль артына водитель таныҡлығы һәм транспортта йөрөү тәжрибәһе булмаған өс үҫмерҙе тотҡан.

Өсөһөнөң дә таныҡлығы ла, тәжрибәһе лә юҡӨсөһөнөң дә таныҡлығы ла, тәжрибәһе лә юҡ
Өсөһөнөң дә таныҡлығы ла, тәжрибәһе лә юҡ

Мотоцикл, квадроцикл, скутерҙа сапҡан үҫмерҙәргә - 14, 16, 13 йәш. Инспекторҙар шунда уҡ уларҙың ата-әсәләрен саҡыртҡан. Транспорт штраф туҡталҡаһына оҙатылған. Штраф һалынасаҡ. Был ғаиләләрҙе тикшергәндән һуң балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға иҫәпкә ҡуйыуҙары ла ихтимал. 

Республикала "Руль артына ултырма, малай!" акцияһы дауам итә. Автомобиль юлында мототранспортта йөрөргә ярамағанын онотмағыҙ. 

Фото: sun9-82.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас