+17 °С
Ясно
VKOKМакс
Светофор
19 Сентября , 07:53

Штраф һәм махсус туҡталҡа

Ҡалтасы районында бер үҫмер Лада гранта руле артына ултырып, Нефтекама ҡалаһына барған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Штраф һәм махсус туҡталҡаШтраф һәм махсус туҡталҡа
Штраф һәм махсус туҡталҡа

Уны ДАИ инспекторҙары туҡтата һәм тикшереү егеттең организмында алкоголь булыуын күрһәтә. Шулай итеп, бер айҙан 18 йәше тулып, водитель танытмаһы алырға йөрөгән үҫмергә штраф һалына. Ә автомобилде махсус туҡталҡаға алып китәләр. 

Ҡайһы бер үҫмерҙәрҙең ҡанундарҙы, ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай танытмаһыҙ автомобиль менән идара итеүе, етмәһә спиртлы эсемлек эсеп руль артына ултырыуҙары аптырата. Шул арҡала күпме юл фажиғәләре булып тора бит!

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас