+15 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
1 Декабрь 2017, 16:09

Ни өсөн ҡыш һуңлай?

Синоптик ҡыҙ фараздары

Инде декабрь ҙә етте. Әммә ҡыш һаман һыуыҡлығы менән ҡурҡытырға ашыҡмай әле. Уның һуңлап килеүен Мәләүездән 13 йәшлек Наилә Яҡупова халыҡ һынамыштары буйынса үҙенсә фаразлай. Йәш тикшеренеүсе биш йыл инде тәбиғәт күренештәрен өйрәнә, һауа торошон көн һайын күҙәтә, температураны, елдең йүнәлешен, яуым-төшөмдө теркәп бара. Ошо ваҡыт эсендә синоптик ҡыҙ меңдән ашыу төрлө халыҡ һынамыштарын тикшергән. Йөҙгә яҡынын үҙе лә һынап ҡарап, тап килеүенә ышанған.
Ҡыш башланыр алдынан ул алдағы миҙгелгә үҙ фаразын әҙерләгән. Халыҡ синоптигы һүҙҙәренсә, быйыл һауа торошо яҡынса бер айға һуңлай икән. Быға Наиләнең яҙ һәм йәй көндәрендә күҙәтеүҙәренә нигеҙләнгән үҙ аңлатмаһы бар. Мәҫәлән, 7 август иртәһе һалҡын икән, ҡыш та һыуыҡ булыр. Әммә был көн аяҙ һәм +15 градус торған, тимәк, ҡыш иртә килмәй. 8 сентябрҙә иртән һалҡын икән, һыуыҡ – ҡышҡа, тип юрайҙар. Ләкин был көндә иртән +13 градус теркәлгән. Тағы ла шундай һынамыш бар: ҡырмыҫҡа иләүе ҙур булһа, ҡыш һалҡын килә, әммә бындай хәл күҙәтелмәгән.
Синоптиктың түбәндәге күҙәтеүҙәре лә быйылғы ҡыштың ниндәй тороуы тураһында һөйләй. 14 майҙа көн һалҡын торһа, һыуыҡты көт, ә был көн аяҙ һәм 22 градус йылы була. 16 ав­густа өйөрмә ел иҫһә, ҡыштың һыуыҡ булыуы фаразлана, әммә көн аяҙ һәм 26 градус йылыны күрһәтә. 18 сентябрҙә миләштең япраҡтары һарғайһа, көҙ ҙә, ҡыш та иртә килер. Тик улар был ваҡытта алтын төҫкә инмәгән. Уҡыусы ҡыҙ фекеренсә, ошо һәм башҡа һынамыштар буйынса көҙҙөң оҙайлы булыуын, декабрь уртаһында йәки аҙағында ғына ҡар ятыуын, уҙған йылға ҡарағанда, ҡарҙың аҙыраҡ яуасағын билдәләргә мөмкин.
Читайте нас: