-28 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
11 Ғинуар 2018, 18:20
Ҡоштар ярҙам көтә
Ер өҫтөн ап-аҡ мамыҡтай йомшаҡ ҡар ҡапланы. Тышта шундай саф һауа, күңелдә лә ҡыштай аҡ уйҙар, ниндәйҙер мөғжизә.Тап ошо ваҡытта бар тәбиғәт ял итә. Урман хужаһы айыу ҙа ҡышҡы йоҡола. Урман йәмен бары тик ҡанатлы дуҫтарыбыҙ биҙәй.
Ер өҫтөн ап-аҡ мамыҡтай йомшаҡ ҡар ҡапланы. Тышта шундай саф һауа, күңелдә лә ҡыштай аҡ уйҙар, ниндәйҙер мөғжизә.
Тап ошо ваҡытта бар тәбиғәт ял итә. Урман хужаһы айыу ҙа ҡышҡы йоҡола. Урман йәмен бары тик ҡанатлы дуҫтарыбыҙ биҙәй.
Башҡортостанда етмешләп төр ҡош ҡышлай. Ала ҡарға, һайыҫҡан, турғайҙар, сәүкәләр, тумыртҡа, ҡыҙылтүш, ҡарабаш турғай, ҡоҙғон, күгәрсен, ҡор, өкө, ябалаҡ… Уларҙың һәр береһе урманға ниндәйҙер йәнлелек өҫтәй. Ҡышын ҡоштар кешеләргә яҡыныраҡ булырға тырыша. Шулай уларға ашарға табыуы еңелерәк. Тамаҡ туҡ булһа, йылыраҡ та, һыуыҡ ҡурҡыныс түгел. Ҡышын төрлө ҡоштар бер тупҡа йыйыла. Бергәләп еңелерәк бит. Берәүһе аҙыҡ таба икән, икенселәренә хәбәр итә. Хәүефһеҙерәк тә: берәүҙәре серем иткәндә бүтәндәре күҙ-ҡолаҡ булып тора. Шуның өсөн йәйен үҙе генә йәшәргә яратҡан ҡоштар ҙа ҡышын ҡош тубына килеп ҡушыла.
Беҙҙең баҡсала балан, миләш, сейә, ҡарағат һәм башҡа ағас, ҡыуаҡ үҫә. Емештәре менән төрлө ҡоштар туйына. Мәҫәлән, миләште турғайҙар ашап бөтөрөп китте. Һуңғы ваҡытта көндәр бик һыуынғас, ҡустым Вадим баҡсаға эйәләшкән турғайҙар өсөн тағараҡ яһап, алмағасҡа элеп тә ҡуйҙы. Ҡоштар өйрәнеп алғас, уның эсенә инеп ашай башланы. Ә ҡайһылары емде алалар ҙа ботаҡҡа ултырып, көнбағыштың ҡабығын суҡып яра ла емеше менән туйына.
Ашарҙарына бөтһә, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тәҙрәне туҡылдата, ҡанаттарын ҡағып-ҡағып, иғтибарҙы йәлеп итергә тырыша башлай. Беҙ шунда уҡ ҡустым менән баҡсаға йүгерәбеҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар, тиҫтерҙәр! Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар. Улар ҙа, кешеләр кеүек, тәбиғәт балалары. Айырыуса ошондай һалҡын көндәрҙә беҙҙән ярҙам көтәләр. Ҡоштарҙы хәлебеҙҙән килгәнсә хәстәрләйек, әйҙәгеҙ, тағараҡтар эләйек!
Зилиә БУРАНБАЕВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән