+10 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
2 Март 2018, 20:31
Ҡар аҙ булһа ла…
Тышта ап-аҡ, иртәнсәк ағастарға бәҫ һырыһа, бөтә тәбиғәт аҡ шәлгә төрөнгән кеүек матур ғына була. Ҡыш, моғайын, балаларҙың иң яратҡан миҙгелелер. Бала-саға геү килеп сана, саңғы шыуа, конькиҙа йөрөй, ҡарҙан төрлө һындар әүәләй.
Тышта ап-аҡ, иртәнсәк ағастарға бәҫ һырыһа, бөтә тәбиғәт аҡ шәлгә төрөнгән кеүек матур ғына була. Ҡыш, моғайын, балаларҙың иң яратҡан миҙгелелер. Бала-саға геү килеп сана, саңғы шыуа, конькиҙа йөрөй, ҡарҙан төрлө һындар әүәләй.
Беҙгә лә атайым йыл да ихата эсендә ҙур итеп тау эшләп ҡуя ине. Унда үҙебеҙ генә түгел, дуҫтарым да килеп, рәхәтләнеп шыуҙыҡ. Тик быйыл ҡар бик аҙ яуыу сәбәпле, тау эшләй алманыҡ. Бер ҡасан да мин бындай йылды күргәнем юҡ ине, шуға ла аҙ ғына ҡар яуа башлау менән ныҡ ҡыуанам. Ләкин ышанысым аҡланмай, ул әҙ генә ер өҫтөн ҡаплай ҙа туҡтай ҙа ҡуя.
Ҡыш көнө тағы ла бер яратҡан эшем бар – ул ҡоштарҙы ашатыу. Атайым матур итеп тағараҡ яһап биргәйне, мин уны урамыбыҙҙа таҡта башына ултыртып ҡуйҙым да онотмай ғына ем, икмәк һалып торам. Турғайҙар көн дә күстәнәсемде ашап бөтөп кенә тора. Икмәкте ныҡ яраталар, уның менән һыйланғас ҡына ярмаға күсәләр.
Мин тиҫтерҙәремә ҡышты бушҡа үткәрмәй, саф һауала күберәк йөрөргә һәм ҡоштарға ла иғтибарлы булырға кәрәк, тип өндәшәм. Сөнки үҙеңдең эшеңдең һөҙөмтәһен күреү бик һөйөнөслө. Ҡоштар ҙа рәхмәт әйтеп, уңыштар теләп ҡала кеүек.
Гүзәлиә САДИҠОВА, III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?