-33 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
2 Март 2018, 20:28
Барлығы – 38 тағараҡ!
Ҡыш – беҙҙең яҡта ҡалған ҡоштар өсөн бик ауыр миҙгел. Уларҙың күбеһе аслыҡтан үлә. Ҡоштарҙы сатлама һыуыҡтан һаҡлау өсөн беҙҙең мәктәптә «Тағараҡ» экологик акцияһы үткәрелде. Мәктәптең дөйөм линейкаһында «Йәш урмансылар» түңәрәге етәксеһе Әлфирә Әхмәт ҡыҙы Азаматова уҡыусыларға ҡышлаусы ҡоштар хаҡында мәғлүмәттәр биреп, уларға ярҙам итергә өндәне. Шулай уҡ түңәрәккә йөрөүсе Ынйы Йәғәфәрова һәм мин ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тураһында шиғырҙар һөйләнек.

Беҙҙең яҡтарҙа ниндәй ҡоштар ҡышлауын, ниндәй һыйҙы яратыуҙарын да бик яҡшы беләбеҙ. Шулай ҙа мин Ынйы Йәғәфәрова, Рамаҙан Йәғәфәров, Бөрйән Иҫәнғолов менән башланғыс синыф уҡыусылары өсөн иҫкәрмәләр тараттыҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙгә ата-әсәләр был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтә, үҙҙәре лә сәмләнеп ярышҡа ҡушыла. I – IV синыф уҡыусылары ҡоштар өсөн үҙ ҡулдары менән тағараҡтар яһаны. Изге йома көнөндә дәрестән һуң мәктәп янындағы ағаслыҡҡа уларҙы сығарып элделәр һәм тәмлекәстәр менән тултырып ҡуйҙылар. Барлығы – 38 тағараҡ!
Еңеүселәр мәктәп етәкселеге тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Баҡса янынан үткән һайын тағараҡтарға һоҡланып ҡарайбыҙ. Ем һалып торорға ла кәрәк, бының өсөн яуаплылыҡ дежур синыф уҡыусыларына йөкмәтелде. Түңәрәк ағзалары тағараҡтарға килеүсе ҡоштарҙы күҙәтеп, көндәлектәр алып барасаҡ.
Алтынай КИЛМӘКОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Беренсе Этҡол мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән