+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
7 Июль 2018, 12:43

Бал ҡортон ашаусылар

Йәй буйы күптәрегеҙ бәпкә үҫтерәлер. Улар­ҙы ҡош-ҡорттан ҡурсалайһығыҙҙыр. Беҙ бәләкәй саҡта һарыҡтарҙы бүреләрҙән һаҡлап, кистәрен эҙләп алып ҡайта торғайныҡ. Ә бит ауыл эргәһендә үк бүре тамаҡлап киткән осраҡтар булды.

Баҡһаң, бал ҡорттарын да ҡоштарҙан һаҡларға кәрәк икән. Быныһын яңыраҡ ҡына белеп ҡалдым. Былтыр ауылда күреп аптырағайным. Болотло ғына көн ине. Умарталар өҫтөндә күкле-йәшелле-һарылы төҫлө матур ғына ҡоштар уранғылай. Тәүҙә балаларын осорға өйрәтәләрҙер, тип уйланыҡ. Ентекләберәк ҡараһаҡ, бал ҡорттарын эләктереп алып китәләр! Үҙҙәре әрһеҙ, бер ҙә ҡыуғанға ғына ҡурҡып тормайҙар. Былар бик йәнгә тейгәс, атайҙар мылтыҡлы кеше табып, атып ҡурҡытырға булды. Шунан һуң бүтәнсә күренмәнеләр.
Аҙаҡтан был ҡош тураһында интернеттан табып уҡыным. Ысынлап та, уны бығаса күргәнем юҡ ине. Экзотик ҡошҡа оҡшаған, ҡупшы ғына үҙе. Алтын щурка тип атала икән. Икенсе төрлө бал ҡортон ашаусы тип тә йөрөтөлә. Күберәк нәҙекәйбилдәр һәм бүтән осоусы бөжәктәр менән туҡлана. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәргә биҙа инде.
Читайте нас: