Өфөнөң Урмансылар паркында хәҙер Журналистар аллеяһы ла бар. Рәсәй урман хужалығы йыл һайын «Йәшә, урман!» тигән акция иғлан итә. Был изге эшкә Башҡортостанда ла дәррәү ҡушылалар. Ә бына яңыраҡ республикабыҙҙың гәзит-журналдар, телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре Журналистар аллеяһына нигеҙ һалды. Махсус һайланған урынға 30 төп пирамидаль тирәк ағасы ултыртылды. Унда «Йәншишмә» гәзитенең айырым үҫентеһе лә бар. Бер нисә йылдан ҙур ағас булып үҫеп китер әле!