«Беҙ уны колбаса менән һыйлап алабыҙ. Күренеп тора, өй бесәйе!» – тип һөйләне улар. «Юғалтмағыҙ, мин үҙен өйгә алып ҡайтып, социаль селтәрҙәргә йә иғландар таҡтаһына мәғлүмәт ҡуям», – тип яңы дуҫым менән сығып киттем.
Өйгә тиҙ генә өйрәнеп алды. Ҡайтҡас та интернетҡа инеп, бесәй тураһында мәғлүмәт яҙып, фотолар ҡыҫтырып, баҫтыра һалдым. Был эштә миңә социаль селтәрҙән Регина Халиҡова ярҙам итте. Рәхмәт инде уға.
Икенсе көндө шәхси эшем буйынса йөрөгән ваҡытта Регина: «Хужаһы табылды!» – тип хәбәр итте. Ныҡ ҡыуандым. Һуңынан бесәйҙең хужаһы Закира апай менән бәйләнешкә сығып, осрашыу тураһында һөйләштек.
Күп тә үтмәй: «Беҙ һинең янға киләбеҙ!» – тип хәбәр итте ул. Мин тағы ла адресымды ҡабатлап, тәҙрә янына килеп баҫтым. Ана, өйөбөҙ алдында машина ла күренде. Автомобилдең артҡы ишегенән килеп сыҡҡан апай мине күреп, ҡул болғаны. Тиҙ генә ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға йүнәлдем. Бесәйҙең хужаһы бик алсаҡ һәм ихлас кеше булып сыҡты. Рәхмәт әйтеп, бәләкәй генә күстәнәсен ҡалдырып, шатланып ҡайтып китте. Мин тәҙрә алдына баҫып, уларҙы оҙатып ҡалдым. Яңы ғына тапҡан дуҫымдан айырылыу ҡыйын ине...
Клим, зинһар, бүтән юғалма!