Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
2 Ноябрь 2018, 13:32

«Сәскәләр» һәм «Йәшелсәләр» ярышы

Әҙел мәктәбендә шаулап-гөрләп «Алтын көҙ» байрамы уҙҙы.

Әҙел мәктәбендә шаулап-гөрләп «Алтын көҙ» байрамы уҙҙы. Ҡыҙҙар, малайҙар йәшелсә-емештәрҙән төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы әйберҙәр эшләп алып килгәйне. Ниндәйҙәре генә юҡ! Ҡабаҡтан яһалған елкән­ле кәмәлә йөҙөүсе матростар ҙа, йәнһүрәт геройҙары ла, һуғандан сусҡа ла, картуфтан терпеләр ҙә, кишерҙән жираф та, баландан һәм алманан төрлө-төрлө композициялар ҙа бар ине.

Үҙҙәренең эштәре менән таныштырғандан һуң уҡыусылар, «Сәскәләр» һәм «Йәшелсәләр» командаларына бүленеп, көҙгә арналған төрлө уйындар уйнап, йомаҡтар сисеп көс һынашты. Ярыш барышында берәүҙәр спорт буйынса етеҙерәк булһа, икенселәре интеллектуаль бәйгелә алдынғылыҡты бирмәне. Уйын аҙағында ике команда ла тигеҙ мәрәй йыйҙы.

Байрамды тәмле күстәнәстәр менән сәй эсеп, күтәренке кәйеф менән тамамланыҡ.

Алһыу СӘЙЕТОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.


Хәйбулла районы.
Читайте нас: