+1 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Тәбиғәт мөйөшө
2 Ноябрь 2018, 13:37
«Уңыш» байрамы
Көҙ – муллыҡ миҙгеле. Беҙҙең мәктәп баҡсаһында ла, һәр йылдағыса, мул ғына уңыш үҫтерелде. Бигерәк тә кишер, кәбеҫтә, помидор, сөгөлдөр кеүек йәшелсәләр уңды.
Көҙ – муллыҡ миҙгеле. Беҙҙең мәктәп баҡсаһында ла, һәр йылдағыса, мул ғына уңыш үҫтерелде. Бигерәк тә кишер, кәбеҫтә, помидор, сөгөлдөр кеүек йәшелсәләр уңды. Шуға IX – XI синыфтар араһында йыл һайын ойошторолоп килгән «Уңыш» байрамын гөрләтеп үткәреп ебәрҙек. Иң беренсе беҙ баҡса йәшелсәләренән ашнаҡсы апайҙар әҙерләгән тәмле аштан ауыҙ иттек. Шунан инде мәктәп баҡсаһы мөдире, биология уҡытыусыһы Гөлнара Мөжәүир ҡыҙы Шәрәфетдинова йәй буйы баҡсала тырышып эшләүселәр хаҡында һөйләп, иң-иңдәрҙе бүләкләп китте.
Был күркәм сараға һәр синыф үҙенсә матур, йөкмәткеле итеп әҙерләнгәйне. Өйгә эш итеп бирелгән йәшелсәләр хаҡында йырҙар һәм рекламалар ҡыҙыҡлы булды. Баһалама ағзалары баһаларҙы ярашлы итеп ҡуйып барҙы. «Һорауҙарға яуап биреү» конкурсында һәр кем дөрөҫ яуапты белергә тырышты. Әйткәндәй, XI синыф уҡыусылары был һынауҙа иң күп мәрәй йыйҙы.
Шулай итеп, «Көҙгө муллыҡ – 2018» байрамында өсөнсө урынға IX «Б» синыфы лайыҡ булһа, IX «А» синыфы үҙенсәлекле костюмы менән икенсе урынға сыҡты. Тәүге урынды унынсылар алһа, Гран-при ун беренселәргә бирелде. Байрамыбыҙ аҙағы күңелле дискотека менән тамамланды. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа тәмлекәстәр менән һыйланды.
Белем усағыбыҙҙа йыл һайын үткәрелгән был сара матур бер йолаға әйләнде. Баҡсала үҫкән уңыш артып барғанғамы, байрам да йылдан-йыл матурыраҡ үткән төҫлө. Был, әлбиттә, тырыш уҡыусыларҙың һәм дә уларҙың етәкселәренең оло ҡаҙанышы.
Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...
"Йәншишмә"нең телеграм-каналына ҡушыл!
Ошо яҙыуға баҫһаң, бот һине шунда уҡ каналға ҡабул итәсәк.
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять