Күп кенә көҙгө һынамыштар күрһәтеүенсә, быйылғы ҡыш һалҡын булмаясаҡ, тип фаразлай халыҡ синоптигы, Мәләүездәге мәктәп уҡыусыһы Наилә Яҡупова. «Көҙөн япраҡтар тиҙ ҡойолоп бөтә икән, ҡыш – ҡаты, оҙаҡ ҡойолмаһа, ул ҡыҫҡа була. Хәҙер беҙ шуны күҙәтәбеҙ: тәүге ҡырау был аҙнала ғына төштө, ағастарҙың күбеһе йәшел», – ти ул. Ҡыҙ белдереүенсә, Башҡортостанда һалҡындар тиҙ генә башланмай. Көҙҙөң оҙон һәм йылы булыуы көтөлә. Бындай һауа торошо 4 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Унан ҡар ҡатыш ямғырҙар яуасаҡ. Ҡар ноябрь аҙағында ғына ятасаҡ. Наиләнең күҙәтеүҙәре буйынса, ҡыш көнө ҡыҫҡа ваҡытлы һыуыҡтар йылы һауа торошо менән алмашына. Яуым-төшөмдөң уртаса, ләкин уҙған йылға ҡарағанда, күберәк булыуы көтөлә. Ғинуарҙа тамсы тамыуы кеүек күренештәр көтөлмәй.
Ә бына Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең ҡышҡы айҙарға фараздары икенсерәк. Республика биләмәһендә декабрҙең уҙған йылға ҡарағанда һалҡыныраҡ булыуы көтөлә, ғинуарҙа температура нормаға ярашлы – минус 14,8 градус тирәһе.
Февралдә республиканың баш ҡалаһында уртаса 13,3 градус булыуы күҙаллана.
Март былтырғыға ҡарағанда йылыраҡ була, был айҙа Өфөлә уртаса айлыҡ һауа температураһы – 6 градус.