-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
7 Декабрь 2018, 15:17

Һай, үҙебеҙҙең малайҙар!

Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары – Илназ һәм Искәндәр Кирәевтәргә, Камил Мәҡсүтов менән уның балалар баҡсаһына йөрөү­се ҡустыһы Шамилға нисек һоҡланмай­һың инде?

Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары – Илназ һәм Искәндәр Кирәевтәргә, Камил Мәҡсүтов менән уның балалар баҡсаһына йөрөү­се ҡустыһы Шамилға нисек һоҡланмай­һың инде?

Әлшәй районының Яңауыл ауылы матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Бер көндө был малайҙар көҙгө тәбиғәт ҡосағында фотоға төшөү ниәте менән ҡырға сыға. Тик тирә-яҡта сүп-сар, буш пластик шешәләр, ҡағыҙ, полиэтилен ҡаптар туҙышып ятыуы уларҙың кәйефен ҡыра. Тырыш, уңған малайҙар күп уйлап тормай, тирә-йүнде таҙарта башлай. Әлбиттә, был эштә ата-әсәләре лә булыша. Тәбиғәт ныҡ ҡыуанғандай, үҙҙәренә рәхмәт белдерә кеүек – алтын япраҡлы ағас­тар ҡул болғап ҡалғандай була, күҙҙәрҙе иркәләп ҡояш та йылмайып ебәрә. Изге эште башҡарғандан һуң малайҙар фотоға төшәләр, саф һауала ял да итәләр.

Иң ҡыҙығы шунда – Кирәевтәрҙең һәм Мәҡсүтовтарҙың ике туған апалары Юлиә үҙенең туй көнөндә тап ҡустылары йыйыштырған ошо аҡланға фото төшөргә килә. Шулай булмай, бында таҙа ла, матур ҙа бит. Ә малайҙар маладис!

Әлмира КАШАПОВА.
Читайте нас: