+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
5 Ғинуар 2019, 19:36

Ир ҡанаты ат була

Мәктәбебеҙҙә өсөнсө йыл инде күп йүнәлеш­ле «Любизар» хәрби-патриотик клубы эш­ләп килә. Егеттәрҙе әр­ме сафына әҙерләү, уҡ атыу, хәүефһеҙ тормош, кикбоксинг түңәрәктә­ре бар. Шулай уҡ йыл­ҡы көтәбеҙ. Беҙҙе мил­ли рухта тәрбиәләргә ты­рыша­лар. Мәктәбебеҙҙең аттары фермер Рушан ағай Салауатов ҡарамағында. Уларҙы «ат ене ҡағылған» көтөүсе Рәхимйән олатай Ҡарағолов ҡарай.

Күптән түгел аттар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу, уларҙың ҡолондары менән танышыу һәм исем биреү маҡсатында мәктәп уҡыусылары өсөн йылҡы фермаһына сәйәхәт ойошторолдо. Беҙҙе унда Рәхимйән олатай менән Рушан ағай ихлас ҡаршы алды. Олатай аттарҙың төҫө, йәше, егеү кәрәк-яраҡтары тураһында һөйләне.

– Һәр башҡорт бәләкәйҙән аттарҙы ихтирам итергә тейеш. Улар беҙҙең халыҡтың уң ҡулы булған. Башҡорт атһыҙ йәшәй алмаған, уны йәненән артыҡ күргән. Ат кешене туйындырған, кейендергән, яуҙарға алып сапҡан. Шуға күрә лә был хайуанҡайҙарҙы яратығыҙ һәм һаҡлағыҙ! – тине Рәхимйән олатай. – Бөгөн башланғыс алған эштәрегеҙ киләсәктә лә алға китһен. Улар янына йышыраҡ килеп йөрөгөҙ, егеттәр ат ҡараһын, ҡыҙҙар йәй­ҙәрен бейә бәйләһен.

Беҙ ҙә уға үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙарыбыҙҙы бирҙек. Иң ҡыҙығы ат санаһын­да йөрөү булды. Сәйәхәт бик оҡшаны, күңелле тәьҫорттар менән өйгә таралыштыҡ.

Минең олатайым да ғүмер буйы йылҡы көткән. Был шөғөлө атайыма ла күскән. Шуға ла инде мин дә аттарҙы бик яратам. Улар – беҙҙең ғорурлығыбыҙ!

Азамат ҠАРАҒОЛОВ, V «А» синыфы уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Читайте нас: