Ә үҙебеҙ ниндәй яҡшылыҡ эшләй алабыҙ һуң? Ҡышын – тағараҡтар, ә яҙын сыйырсыҡтарға оялар яһап ҡуйһаҡ, ҡошсоҡтарыбыҙ бик тә ҡыуаныр ине.
Тиҙҙән яҙ етер. Ҡоштар йылы яҡтарҙан ҡайтыр. Мин дә уларҙы матур оя яһап, көтөп торасаҡмын. Дуҫтар, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ – сыйырсыҡтар ҙа беҙҙең ярҙамыбыҙға мохтаж. Әйҙәгеҙ, уларҙы бергәләп оялар яһап, ныҡлы әҙерләнеп, ҡаршы алайыҡ!